Матур үтһен ялығыҙ
24 Декабрь 2023, 16:00

“Мөғжизәле тамаша булды”

Яңыртылған Ҡурсаҡ театрында үткән  Яңы йыл тамашаһына  Ватан алдындағы бурыстарын үтәгән яугир ғаиләләре ағзалары саҡырылды.

“Мөғжизәле тамаша булды”“Мөғжизәле тамаша булды”
“Мөғжизәле тамаша булды”

Махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашҡан яугирҙәр  һәм һәләк булған ғаилә ағзалары балалары  өсөн Өфөләге яңыртылған Ҡурсаҡ театрында  Яңы йыл тамашаһы ойошторолдо. ”Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалы “Щелкунчик” спектакленә бөгөн Ватан алдындағы бурыстарын үтәгән яугир ғаиләләре ағзаларын саҡырҙы. Тамаша залы күңелле балалар тауышына күмелде.

 Яҡты, ҙур фойела балаларҙы Ҡыш бабай һәм әкиәт персонаждары ҡаршыланы, төрлө уйындар ойошторолдо, шиғырҙар һәм йырҙар яңғыраны.  Әбйәлил районынан килгән кескәй тамашасының әсәһе әйтеүенсә, балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә театрҙың әкиәттәгеләй мөхитенә таң ҡалды.

“Беҙ бындай мөғжизәне күрербеҙ тип уйламағайныҡ та. Театр бик матур, зауыҡлы. Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улына ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ысын мәҙәниәт һарайы ҡалҡып сығыуы өсөн тырышлыҡ һалыуына ҙур рәхмәт. Ә “Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалына һәм Гөлнур Ҡолһаринаға бында тамашасы ролендә булыуыбыҙ өсөн мөмкинлек биреүенә рәхмәт әйткем килә. Беҙ үҙебеҙ генә бында килеп юлыға алмаҫ та инек, беҙгә күпме кеше ярҙам итте – ҡаршы алдылар, килтерҙеләр. Был хәлдән һуң, ысынлап та, мөғжизәгә ышанғы килә”, – тине әсә.

 Фото: VK.com

 

“Мөғжизәле тамаша булды”
“Мөғжизәле тамаша булды”
“Мөғжизәле тамаша булды”
“Мөғжизәле тамаша булды”
“Мөғжизәле тамаша булды”
“Мөғжизәле тамаша булды”
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас