Матур үтһен ялығыҙ
24 Декабря 2023, 16:00

Яңы йыл ҡаласығы һеҙҙе көтә!

Бер нисә йыл инде сағыу биҙәктәре менән стәрлетамаҡтарҙы һөйөндөргән пиксель шыршыһы йәнә уттарын ҡабыҙҙы...

Яңы йыл ҡаласығы һеҙҙе көтә!Яңы йыл ҡаласығы һеҙҙе көтә!
Яңы йыл ҡаласығы һеҙҙе көтә!

Стәрлетамаҡ Мәҙәниәт һарайы алдында ҡала халҡының көтөп алған байрамы тантана итте – төп Яңы йыл ҡаласығы асылды. Бына бер нисә йыл инде сағыу биҙәктәре менән халыҡты һөйөндөргән пиксель шыршыһы йәнә уттарын ҡабыҙҙы.

 Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов яҡташтарын яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән  ҡайнар ҡотлап, яҡшы кәйеф, именлек һәм ныҡлы һаулыҡ теләне.  Ҡаланың талантлы бейеү коллективтары, музыканттары һәм артистары байрамға йәм өҫтәне, дәртле сығыштары менән күңелдәрҙе күтәрҙе, тип яҙа “Стерлитамакский рабочий” гәзите.

 Шиғриәт һөйөүселәрҙең береһе теләгәненсә, киләһе йыл бары шатлыҡтар ғына килтерһен, күңелһеҙлектәр артта ҡалһын!

Яңы йыл атлай тупһанан,
Килер йылға ул хужа.
Ошо йылда беҙҙән, дуҫтар,
Ҡасып китһен бар нужа!

 

 Тамары Андреева фотолары. 

Яңы йыл ҡаласығы һеҙҙе көтә!
Яңы йыл ҡаласығы һеҙҙе көтә!
Яңы йыл ҡаласығы һеҙҙе көтә!
Яңы йыл ҡаласығы һеҙҙе көтә!
Яңы йыл ҡаласығы һеҙҙе көтә!
Яңы йыл ҡаласығы һеҙҙе көтә!
Яңы йыл ҡаласығы һеҙҙе көтә!
Яңы йыл ҡаласығы һеҙҙе көтә!
Яңы йыл ҡаласығы һеҙҙе көтә!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас