Ҡамыр әҙерләү буйынса барыһын да беләһегеҙме?
Һәр ҡатын-ҡыҙ өсөн файҙалы булырҙай мәғлүмәт. Үҙегеҙгә күсереп алығыҙ.
- Ҡамырға һыу менән ҡатнаштырылған крахмал өҫтәгеҙ: булка һәм бәлештәр икенсе көндә лә ҡабарынҡы һәм йомшаҡ була. Ондо мотлаҡ иләп һалырға кәрәк. Былай итеү унан сит ҡушылмаларҙан ҡотолоу өсөн генә түгел, ә уны кислород менән байытыу өсөн кәрәк.
- Ҡамырға (билмән, слоеный, заварной, песочный ҡамырҙан тыш) ярты литр шыйыҡлыҡҡа манный ярмаһы өҫтәгеҙ (яҡынса өймәләм ҡалаҡ менән). Шулай иткәндә икмәк оҙаҡ кипмәй.
- Ҡамырға һөттән тыш, ярты стакан минераль һыу ҡушырға була. Әҙ генә уксус йә лимон кислотаһында яндырылған бер балғалаҡ соданы ярты стакан минераль һыуға ҡушып өҫтәгәндә, ҡамыр матур ҡабара.
- Ҡамыр баҫҡан бүлмәлә үтә һуҡҡан ел булһа, икмәктең тышы ҡатып ҡалын булып бешә.
- Дрожжи менән бешергәндә бәлешкә кәрәк бөтә ингредиенттарҙың да бүлмә температураһында булыуы мөһим. Һыуыҡ булһа, тиҙ ҡабармай.
- Ҡамырҙы ҡоро ҡул менән баҫырға кәрәк.
- Бәлештең аҫҡы өлөшө еүешләнмәһен тиһәгеҙ, төбөнә тәүҙә крахмал һибегеҙ, шунан һуң – эслек.
- Ҡамырға йөҙөмдө һалыр алдынан уны онға әүәләп алырға кәрәк.
- Бәлеште эҫе килеш киҫергә ярамай. Шулай ҙа ныҡ кәрәк икән,бысаҡты эҫе һыуҙа тотоп, тиҙ генә һөртөргә һәм телергә була.
Г. Дауытова фотоһы.