Матур үтһен ялығыҙ
1 Ғинуар 2024, 10:00

Уңған хужабикәнең өҫтәле һыйлы

Рузалия Ниғмәтуллина яҡындарын һыйларға ярата

Уңған хужабикәнең өҫтәле һыйлыУңған хужабикәнең өҫтәле һыйлы
Уңған хужабикәнең өҫтәле һыйлы

Ишембай районы Ишәй ауылынан һәүәҫкәр композитор, йырсы Рузалия Ниғмәтуллина Яңы йылда ғына түгел, көндәлек тормошта ла ғаиләһен тәмле ризыҡтарҙан өҙмәй. Яңы йыл табынына мотлаҡ йыл һайын газ мейесендә  бешкән ҡаҙ, ҡаҙылыҡ, тултырма ҡуя. Ҡаҙ бешереү рецебы менән беҙҙең менән дә уртаҡлашты.Кемдәр ҡаҙҙарын бешереп өлгөрмәгән, оҙайлы байрамдарҙа уны ҡуллана ала.

-6 ,7 тырнаҡ һарымһаҡты ҡырғыстан ҡырырға, 2 аш ҡалағы гәрсис ҡушырға, 2 бал ҡалағы тауыҡ итенә ҡуша торған тәмләткес, 1 бал ҡалағы төйөлгән ҡара борос, 2 бал ҡалағы зәйтүн майын барыһын бергә болғатырға.Ошо әҙерләгән массаны ҡаҙға яҡшылап буярға һәм аҙыҡ  пленкаһына төрөп бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Әҙер булғас пергамент аш ҡағыҙына төрәбеҙ,тышынан фольгаға урайбыҙ һәм духовкаға 5 сәғәткә 160 градусҡа ҡуябыҙ. Бешкәс, төргән ҡағыҙҙы,фольганы алып ташлап,алланып торһон өсөн , 20 минутҡа тағы духовкаға тығабыҙ, - тип һөйләне уңған хужабикә.

 Фото: Рузалия Ниғмәтуллина архивынан.

  •  

 

Уңған хужабикәнең өҫтәле һыйлы
Уңған хужабикәнең өҫтәле һыйлы
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас