Матур үтһен ялығыҙ
6 Ғинуар 2024, 05:00

Өләсәһенең кәзәкейе килешәме?

Журналист Нурзиә Хәсәнова ғаилә ҡомартҡыһын күрһәтә

Өләсәһенең кәзәкейе килешәме?Өләсәһенең кәзәкейе килешәме?
Өләсәһенең кәзәкейе килешәме?

“Был видеола мин ҡарт ҡартәсәйем Хәсбиямал Нотоғулла ҡыҙы Йылҡыбаеваның беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалған кәзәкейен кейеп, сәскәле яулығын һәм һуҡма шәлен ябынып ҡараным. Күлдәкте әсәйем Зилә Йылҡыбаева музей өлгөләре буйынса теккән.

Ҡарт ҡартәсәйем кәзәкейҙе үҙ ҡулдары менән эшләп кейгән, "Зингер" машинкаһында ул һарыҡ тиреһенән тундар ҙа теккән, балсыҡтан кирбес һуғып мейестәр сығарған, тиҙәр. Шәлен шулай уҡ үҙе һуҡҡан. Йөндө иләп, буяп һуҡҡан балаҫы ла һаҡланып ҡалған.

Ошо боронғо әйберҙәргә ҡағылыу, кейеп ҡарау минең өсөн бик тулҡынландырғыс булды, егәрле һәм иманлы Хәсбиямалдың вариҫы булыуым менән ғорурландым.

Ҡарт ҡартәсәйем 1900 – 1988 йылдарҙа йәшәгән. Мине, бүләсәрен, аяғына һалып бәүетергә, өшкөрөргә, изге теләктәрен теләп ҡалырға ла өлгөргән.

Хәсбиямал 1933 йылда тол ҡала. Ире Абдулла Заһитулла улы Йылҡыбаев йылҡысылыҡ фермаһы мөдире була. Бер көн төшкө ашҡа ҡайтҡанында кемдер килә лә: «Абдулла ағай, һине тиҙ генә канторға саҡыралар», – ти. «Мин хәҙер, йәһәт кенә барып әйләнәм. Самауырҙы һыуытмай тор», – тип ҡатынына әйтә лә сығып китә. Шул китеүенән ҡарт ҡартатайым башҡа әйләнеп ҡайтмай.

Хәсбиямал, оҙаҡлап киткән ирен эҙләп, контораға бара. «Иреңде Баймаҡҡа алып киттеләр», – тигәс, район үҙәгенә йүгерә. Абдуллаһын күрер өсөн 45 километр юлды йәйәүләп үтә. Барып етеүенә ирен Белоретҡа ебәреп тә өлгөргән булалар. "Колхоз келәтенән сбруй урлаған" тигән нахаҡ ғәйеп тағып, Абдулланы Белорет төрмәһендә атып үлтерәләр.

Хәсбиямал ике балаһын – ҡыҙы Файза менән улы Бәғҙәнурҙы (атайымдың атаһын) яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Икенсе Этҡол ауылы халҡы уны бик ихтирам иткән, сөнки күптәргә кендек инәһе булған, кешеләрҙең быуынын ултыртҡан, ҡот ҡойған, күп төрлө дауалау ысулдарын белгән. Үҙе минең кеүек бәләкәй генә кәүҙәле булған, тиҙәр. Был кәзәкейенән дә беленә.

Видеонан тыш, Абдулла менән Хәсбиямалдың ҡыҙы – Файза өләсәй мәрхүмәнең ҡулъяҙмаһын да һалам. Ул ауыл советынан ҡулға алынған золом ҡорбандарын теркәп ҡалдырған”, - тип ғаилә тарихын бәйән итә Нурзиә Хәсәнова.

Өләсәһенең кәзәкейе килешәме?
Өләсәһенең кәзәкейе килешәме?
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас