Матур үтһен ялығыҙ
18 Ғинуар 2024, 04:00

Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Бөгөн ниңә көн матур. Сөнки...

Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!
Хеҙмәттәшебеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА тыуған көнөн билдәләй.  Гөлдәр Мөхәррәм ҡыҙы йәмле Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуып үҫкән.

Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова матбуғат тармағында оҙаҡ йылдар эшләй. Әле ул - "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары.

Һүҙ ҙә юҡ, һәр гәзит һанының камил сығыуы урынбаҫарға туранан-тура бәйле. Ошо яуаплы вазифаны үтәүҙән тыш, ҡәләмдәшебеҙҙең гәзиткә мәҡәләләр, сафйтҡа яңылыҡтар ҙа яҙа, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша - ирекмән. 

Шуныһы, хеҙмәттәшебеҙҙе коллективта барыһы ла ихтирам итә, уның кәңәштәренә ҡолаҡ һала. Гөлдәр ханым бәхетле ҡатын –  иренең төп кәңәшсе-ярҙамсыһы, улы һәм ҡыҙы өсөн ифрат хәстәрлекле әсәй.

Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнованы күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ!

Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.

Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан"дар.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас