Матур үтһен ялығыҙ
27 Ғинуар 2024, 02:00

Йылыта тиҙәр...

Хәйерле иртә, дуҫтар! Көнөбөҙ уңышлы, файҙалы үтһен, яҡшы хәбәрҙәр генә ишетелһен.

Йылыта тиҙәр...Йылыта тиҙәр...
Йылыта тиҙәр...

Башҡортостанда алдағы көндәр ҡарлы һәм сағыштырмаса йылыраҡ була, ти синоптиктар.

Дүшәмбе, 29 ғинуар, бер аҙ ҡар яуып үтә.Тәүлек әйләнәһенә һауа температураһы  -8  -12 градустарҙа тирбәлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.

Шишәмбе, 30 ғинуар, ҡар яуа. Төндә -9, көндөҙ -6 градус һалҡын. Ел йүнәлеше үҙгәрешһеҙ.

Шаршамбы, 3 ғинуар, шулай уҡ ҡар яуа. Тышта -2...-4 градус һыуыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан иҫә, талғын.

Кесаҙна, 1 февралдә, шулай уҡ -6...-8 градус. Ҡар яуып үтә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын.

Йома, 2 февраль, ҡарлы була, әҙерәк һыуыта төшә. -4...-8 градусҡаса.Ел көньяҡтан талғын иҫә.

Ял көндәрендә – 3 февралдә, -1...-3 градус, йәкшәмбе, 4 февралдә, көндөҙ -5, төндә -9 градус һалҡын була, ти синоптиктар. Ике көндә лә бер аҙ ҡар яуа, ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан талғын иҫә.

Илвина Ғиззәтуллина фотолары.

Йылыта тиҙәр...
Йылыта тиҙәр...
Йылыта тиҙәр...
Йылыта тиҙәр...
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас