Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Зөлфиә СӘҒИТОВА тыуған көнөн билдәләй. Зөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы йәмле Ҡыйғы районының Ҡолбаҡ ауылында тыуып үҫкән.
Зөлфиә Сәғитова "Башҡортостан" гәзитендә оҙаҡ йылдар эшләй, баҫманың хатаһыҙ сығыуында өлкән корректорҙың өлөшө бик ҙур. Ысынлап та, хеҙмәттәшебеҙ бурысына ифрат яуаплы ҡарай, иң мөһиме, эшен ныҡ ярата. Һәм хеҙмәттәшебеҙҙе коллективта барыһы ла хөрмәт итә.
Зөлфиә ханым бәхетле ҡатын – иренең төп кәңәшсеһе лә, терәк-таянысы ла, улы һәм ҡыҙы өсөн хәстәрлекле әсәй. Улай ғына ла түгел, ул хәҙер ҡәйнә һәм ҡоҙағый тигән юғары статус алды.
Зөлфиә Сәғитованы күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы коллективы.