Матур үтһен ялығыҙ
4 Февраль 2024, 08:00

Кокослы печенье

Уны бешереүе тиҙ ҙә, ябай ҙа...

Кокослы печеньеКокослы печенье
Кокослы печенье

Бының өсөн беҙгә 80 грамм аҡ май, 75 грамм шәкәр, бер йомортҡа, 80 грамм кокос юнысҡыһы (кокосовая стружка), 100 грамм он, семтем сода, уксус кәрәк буласаҡ.

Иң  тәүҙә аҡ май менән шәкәрҙе болғап алғас, йомортҡаны ҡушабыҙ. Соданы уксус менән “һүндереп”, ҡатнашмаға өҫтәйбеҙ, һуңынан кокос юнысҡыһы һәм иләнгән он һалабыҙ.

Килеп сыҡҡан ҡамырҙан печеньеларҙы формалаштырабыҙ. Духовканы тәүҙә 200 градусҡаса йылытып биш минут, һуңынан 170 градусҡа тиклем кәметеп, 15-20 минут бешереп алабыҙ.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас