+21 °С
Болотло
Көндәрҙең һыуытыуы көтөлә. Был турала Башгидромет хәбәр итә.
Бөгөн, 10 февраль, бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -16...-21 градус һалҡын булһа, көндөҙ - -12...-17 градус.
Йәкшәмбе, 11 февраль, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә -22...-27 градусҡаса һыуытһа, көндөҙ -12...-17 градустар тирәһендә тирбәлә.
Юл йөрөүҙәре ҡатмарлаша, һаҡ йөрөгөҙ.
Л. Үтәғолова фотоһы.