Матур үтһен ялығыҙ
11 Февраль 2024, 08:00

"Баунти"ны үҙебеҙ әҙерләйек

Ҡулдан килерлек бит. Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!

"Баунти"ны үҙебеҙ әҙерләйек"Баунти"ны үҙебеҙ әҙерләйек
"Баунти"ны үҙебеҙ әҙерләйек

Бының өсөн 200 грамм эремсек, 20 грамм кокос онтағы, стакан ярым һөт, киптерелгән икмәк киҫәге, 80 грамм әсе шоколад кәрәк.

Кипкән икмәкте ныҡлап онтайбыҙ. Уны эремсек, һөт, кокос онтағы менән бергә бутайбыҙ. Шунан ҡатнашманан түңәрәктәр әүәләйбеҙ. Артабан шоколадты иретеп, түңәрәктәрҙе уға төрлө яҡлап манып алабыҙ ҙа, пергамент ҡағыҙға һалып, һыуытҡыста һыуынғансы тотабыҙ. 

Сәйегеҙ тәмле булһын!

Фото: balthazar.club

 

Автор:Рисаля Юмагулова
Читайте нас