Республикала киләһе аҙнала сағыштырмаса йылы һауа торошо күҙаллана.
Дүшәмбе, 19 февраль, һауа температураһы тәүлек әйләнәһенә -8 градустан -12 градус тирәһендә тирбәлә. Бер аҙ ҡар яуа, урыны менән көслө ел иҫә.
Шишәмбе, 20 февраль, шундай уҡ һауа торошо һаҡлана, көн болотло, ҡар яуыуы фаразлана.
Шаршамбы, 21 февраль, көндөҙ -11 градус, төндә -17 градусҡаса һалҡынайта.
Кесаҙна, 22 февраль, -10.... -19 градус һыуыҡ. Был ике көндә яуым-төшөм көтөлмәй.
Йома, 23 февраль, тағы ҡар яуа, тип фаразлай синоптиктар. Көндөҙ һауа температураһы - 8 , төндә -16 градус.
Ял көндәрендә бер аҙ йылыта. Шәмбе, 24 февраль, бер аҙ ҡар яуа. Көндөҙ -5 градус һыуыҡ, төндә -11. Йәкшәмбе, 25 февраль, яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ -2 градус, төндә -13 градус һалҡын булыуы күҙаллана.
Илвина Ғиззәтуллина фотолары. Бөрйән районы, Аҫҡар ауылы.