Ишембай районының Ишәй ауылынан шиғырҙар һәм йырҙар ижад итеүсе, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Рузалия Ниғмәтуллина был юлы “Башҡортостан” уҡыусыларына рогалик бешереү сере менән уртаҡлашты.
-Бының өсөн 1 стакан һөт, 1 ҡап маргарин,1 балғалаҡ әсетке, 1-2 йомортҡа, шәкәр ҡомо һәм тоҙҙо самалап һалып, ҡамыр баҫабыҙ, ҡабартырға ҡуябыҙ.
Ҡабарғас, ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп, йәйеп ҡырҡабыҙ һәм эслегенә йә йөҙөм, йә повидло, йә үткәрелгән муйыл ҡыҫтырып төрәбеҙ. Һуңынан тағы ла ҡабартып алабыҙ һәм духовкаға ҡуйып, 30-40 минут тирәһе бешерәбеҙ, - тине ул.
Күңел йылыбыҙҙы һалып бешергән ризыҡҡа ни етә? Рузалия апайҙың рецебы буйынса беҙ ҙә яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ әле.
Фото: Рузалия Ниғмәтуллина архивынан.