Матур үтһен ялығыҙ
26 Февраль 2024, 08:00

Балаларығыҙ маршмеллоу яратамы?

Үҙең әҙерләгәне күпкә арзанға төшә 

Балаларығыҙ маршмеллоу яратамы?Балаларығыҙ маршмеллоу яратамы?
Балаларығыҙ маршмеллоу яратамы?

Ингредиенттары:

  • Желатин 10г
  • Шәкәр 220г 
  • Шәкәр пағы 40г
  • Лимон ⅕
  • Үҫемлек майы 10 мл
  • Һыу 120 мл

Әҙерләү:

Желатинға 60 мл һыу ҡойорға, болғатырға һәм ситкә ҡуйырға.

Һауытҡа шәкәр һалырға, 60 мл һыу ҡойорға һәм яй утҡа ҡуйырға. Бер туҡтауһыҙ болғап, шәкәрҙе һыу менән ҡайнатып, тағы ла 1 минут бешерергә.

Желатинлы мискәне ҡайнап торған һыу өҫтөнә ҡуйырға (шәкәр сиробы һауытына ҡуйырға мөмкин) һәм шыйыҡ хәлгә килтерергә.

Йылытылған желатинды миксер менән туҡығандан һуң шәкәр сиробын нәҙек ағыҙып ҡойорға, бер үк ваҡытта максималь тиҙлектә 6 минут самаһы туҡырға. Уның араһында 10 тамсы лимон һуты өҫтәргә.

Желатин менән шәкәр сиробын аҡ һәм тығыҙ консистенцияға тиклем туҡырға кәрәк.

Кондитер пакетына килеп сыҡҡан массаны күсереп, пакет мөйөшөнә күсерергә. Башын ҡырҡырға.

! Кондитер пакетындағы тишек стандарт маршмеллоуҙың ҙурлығынан бер аҙ ҙурыраҡ булырға тейеш, сөнки ул аҙаҡ бер аҙ бәләкәсәйә.

  • Таҡтаны аҙыҡ пленкаһы менән уратып, бер яғынан 10 мл үҫемлек майы менән майларға.
  • Кондитер пакетынан массаны таҡтаның бөтә майҙанына йылан рәүешендә һығып сығарырға.
  • Маршмеллоу менән таҡтаны 2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.
  • Һыуынып ҡатҡан маршмеллоулы таҡтаға бер аҙ шәкәр онон һибергә.
  • Ҡайсы ярҙамында маршмеллоу киҫәктәрен ҡырҡып, шәкәр онода һәр яҡтан бутарға.
  • Әҙер ризыҡты тәрән тәрилкәгә күсерергә.

Сығанаҡ: https://ctc.ru/zakadrom/novosti/prosto_kuhnya/retsept-marshmellou/

Балаларығыҙ маршмеллоу яратамы?
Балаларығыҙ маршмеллоу яратамы?
Балаларығыҙ маршмеллоу яратамы?
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас