Мәскәүҙә халыҡ-ара “Рәсәй” күргәҙмә-форумы эшен дауам итә. 1 марттан 7 мартҡа тиклем Башҡортостан экспозицияһында “Ғаиләле Башҡортостан” аҙналығы ойошторола.
–Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы үҙебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, традицияларыбыҙ менән таныштырасаҡбыҙ. Беҙ башҡорт йолаларын күрһәтәсәкбеҙ, барығыҙҙы ла милли туйға ҡунаҡ итеп саҡырабыҙ, бергә сувенир яһаясаҡбыҙ. Мауыҡтырғыс нимәләр күп буласаҡ, йомарт республикабыҙҙың йылыһын алып китәсәкһегеҙ, – тип Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова уйҙары менән уртаҡлашты.
2 мартта стендта хеҙмәткә урынлаштырыу темаһы күрһәтелде. Экспозицияның төп маҡсаты – эш эҙләүсенең һорауҙарына тулы яуап биреү. Ниндәй һөнәрҙәр бөгөн һорау менән файҙалана, резюмыны нисек яҙырға, алтмыштан өлкәнерәктәргә ниндәй профессиялар тәҡдим ителә – белгестәр бөтә һорауҙарға яуап бирәсәк.
5 мартта экспозицияла ололарҙы тәрбиәләү күнекмәләренә өйрәтәсәктәр. Был маҡсатта уҡыу манекены ла бар.
– Ғаилә ҡиммәттәрен дауам итеп, һеҙҙе ҙур күләмле флешмобта ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ул йылы, йомшаҡ, ҙур һәм изге күңелле! Идея шундай – иң оҙон шарфты бәйләү. Рәсәй халыҡтарының тупланғанлығын һәм берҙәмлеген символлаштырған ғәмәл буласаҡ был. ”Ғаиләле Башҡортостан” экспозицияһына килгән ҡунаҡтар бер-ике рәт бәйләп, үҙҙәренең күңел йылыһы менән уртаҡлашыр, тип уйлайбыҙ. Флешмоб 7 мартҡа тиклем дауам итәсәк, – тине Ленара Иванова.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте.