Әсәйең һауынсы булғас...

Эй күңелле саҡ, йәйләүҙә үҙе бер тормош гөрләй торған ине. Шәп концерт номерҙары менән Стәрле артистары ауылдар буйлап йөрөнө, концерт, әртистәр - барыһы ла иҫтә уйылып ҡалған, сөнки ысынлап та барыһы ла ябай, ауылдар буйлап ҡына түгел, хатта беҙҙең Ҡарағаййылға йәйләүенә лә килеп, эшсе халыҡтың күңелдәренә дәрт, илһам өҫтәне улар.

Әсәйең һауынсы булғас...Әсәйең һауынсы булғас...
Әсәйең һауынсы булғас...

Йәйләү тормошо һауынсы балаларына ғына таныш.

Эй күңелле саҡ, йәйләүҙә үҙе бер тормош гөрләй торған ине.
Шәп концерт номерҙары менән Стәрле артистары ауылдар буйлап йөрөнө, концерт, әртистәр - барыһы ла иҫтә уйылып ҡалған, сөнки ысынлап та барыһы ла ябай, ауылдар буйлап ҡына түгел, хатта беҙҙең Ҡарағаййылға йәйләүенә лә килеп, эшсе халыҡтың күңелдәренә дәрт, илһам өҫтәне улар.

Был фотола Раушания, Әлфирә апайҙарым, Ғәзиз ҡустым бар - беҙ сиратлап әсәйем менән атайымды ауыр эштәренән ял иттерәбеҙ. Уның араһында әсәйем үҙенең төркөмөнән тыш, беҙгә, ҡыҙҙарға, тәғәйенләп йәнә бер төркөм ала торғайны. Төркөмдә, ғәҙәттә, 23-25 һыйыр. Көндәлек һауылған һөт “ҡыҙыл мөйөш”тәге стена гәзитендә яҡтыртылып бара. Унда иртәнге, киске һауылған һөт ҡушып күрһәтелә. Норма - 180-200 литр. Ҡайһы саҡта көнөнә өс һауын да була, күҙ алдына килтерегеҙ эҫелә, күгәүендәр менән көрәшә-көрәшә, шул тиклем һыйыр һауыуҙы. Бөгөнгөләй хәтеремдә "их биш кенә һыйыр һауһаң ине" тип хыялланыуым... Таңғы 5️-тән тороп, ямғырмы-нимәме, һыйыр һауып, ай яҡтыһында дүрт-биш феләкте ташыуҙар... Етмәһә, оло апайҙар, Фәйзулла ағайҙың ҡыҙҙары көслө ул тип беҙҙе ҡупайтып ебәргәстәре, эштең ауырлығын тоймай, дәртләнеп, ярышып, шулай тейеш тип ҡабул итеп эшләнек тә эшләнек.

Күрше Исмәғил минән бер йәшкә генә ҙур. Ул да үҙенә бер төркөм һыйыр алып эшләне.  Ихлас итеп, биҙрәһен бот араһына ҡыҫтырып ала ла дөбөрләтеп тороп һауа, ир баланың ҡулы көслө лә булған инде.
Минән күберәк һауа бит күрше малай. Өлкәндәр рәтендә бара, алдынғылар рәтендә... Шуның өсөн бер айлы төндә йылға буйына төшөп, ғәрләнеп илап ултырыуым бөгөн көлкө генә инде. Ул ваҡытта мин 6-сы класты бөткән инем, күрше малай  - 7-сене. Беҙҙең йәй шулай итеп хеҙмәткә өйрәнеү менән үтте.
Башҡа балалар Ағиҙел буйынан ҡайтмай рәхәтләнеп һыу ингәндә, беҙ тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан йәйләүҙә.

Әсәй ас ҡарын менән йөрөмәгеҙ тип, таңғы 5️-тән эҫе сәй эсереп алып сыға иртәнге һауынға. Свет юҡ ул дәүерҙә, аш-һыу усаҡта әҙерләнде. Йә ойоған һөткә ҡутара итеп икмәк турап эсәбеҙ, зато асыҡмайбыҙ, йоҡо ла асыла, көс тә өҫтәлә, ашҡаҙанға ла еңел.

Магазинда әлеге ваҡыттағы кеүек йәнең теләгән кейемдәр ҙә юҡ, гел бер төрлөлөк. Аҡса эшләйбеҙ, ә үҙебеҙгә нимәлер алырбыҙ, тигән уй ҙа булманы ул... Атайыма машинаға тип, иҙән аҫтында 3 литрлыҡ банкаға аҡса йыйғанды иҫләйем былай...  
Беҙгә шәп машина алырға яҙманы (ул дәүерҙә районға бер нисә генә машина килә ине, атайымдың сират етмәне тип әйткәне иҫтә ҡалған). Күрше райондан хәтәр генә машина алып ҡайтты атайым бер ваҡыт. Уныһы танк кеүек көплө, күк төҫтә. Ғүмер буйы атайым беҙҙән, ҡыҙҙарҙан, матасын да, машинаһын да урам буйлап эттерә торған ине.  Әҙерәк һуғып алһа, маҡтанырға яратты: “минең ҡыҙҙарым барҙа малайҙарың ары торһон”.
 
Ғәзиз ҡустыбыҙ ҙурайғас ҡына, өҫтән ҙур эштәр төштө - утын ярыу, һыу ташыу, машина менән матас этеү, фермаға барып малға силос таратыу уға туғарылды, ниһайәт, беҙ үҙебеҙҙе шул ваҡыттан ҡыҙ итеп хис итә башлағанбыҙҙыр.

Эй, күңелгә йылылыҡ өҫтәүсе бала саҡ хәтирәләре... Һағындыра шул саҡтар.

 

Авторы: Рузалия Ҡаһарманова.

Фото: ғаилә альбомынан.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас