Бөтә яңылыҡтар

Винегретты икенсе төрлө ысул менән эшләп ҡарайыҡ

Йәшелсәләр шулай тиҙерәк бешә.

Винегретты икенсе төрлө ысул менән эшләп ҡарайыҡ
Винегретты икенсе төрлө ысул менән эшләп ҡарайыҡ

Винегретты икенсе төрлөрәк итеп эшләйек әле.

Бының өсөн ️250 г бешмәгән сөгөлдөрҙө әрсеп таҙартайыҡ та шаҡмаҡлап турайыҡ.

50 г бешмәгән кишерҙе шулай уҡ шаҡмаҡлап турайбыҙ.

250 г картуфты ла шаҡмаҡлап турайбыҙ. Был өсәүҙе лисҡа матур ғына итеп теҙеп һалабыҙ ҙа өҫтөнә үҫемлек майы һибәбеҙ.

210 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 20-25 минут бешереп алабыҙ.

Һыуынһын өсөн ситкә ултыртып торабыҙ.

Был арала ️250 г корнишонды шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа табаҡҡа һалабыҙ.

Шунда уҡ ️400 г ҡыҙыл фасолде, ваҡлап туралған ҙур булмаған һуғанды, туралған ️25 г кинзаны, 20 г укропты, 10 г петрушканы, ️40 мл үҫемлек майын, ярты лимон һутын (теләк булһа), тоҙ, борос, һыуынып өлгөргән кишерҙе, сөгөлдөрҙө, картуфты өҫтәп, яҡшылап болғатабыҙ ҙа ситкә ҡуйып торабыҙ.

Йәшелсәләр бер-береһенең һутын һеңдереп, маринадланырға тейеш.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/bashdonya Фото: bionica-on.ru

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: