Бөтә яңылыҡтар

Әлфиәне тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Әлфиә Минғәлиева тыуған көнөн билдәләй!  Әлфиә Илдус ҡыҙы йәмле Ишембай районының Үрге Этҡол ауылында тыуып үҫкән.

Әлфиәне тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Әлфиәне тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Әлфиә Минғәлиева тыуған көнөн билдәләй!  Әлфиә Илдус ҡыҙы йәмле Ишембай районының Үрге Этҡол ауылында тыуып үҫкән.

Әлфиә Минғәлиеваның хеҙмәт кенәгәһендә "Башҡортостан" гәзите" тигән бер генә яҙыу бар. Ысынлап та, ҡулына диплом алған йәш белгес туп-тура республика баҫмаһына эшкә килә. Әле ул редакцияның сәйәсәт бүлеге хеҙмәткәре. Гәзитте уның тарафынан юғары власть вәкилдәре менән ойошторған әңгәмәләре, арҙаҡлы шәхестәр тураһындағы һүрәтләмәләре, ғөмүмән, ҡыҙыҡлы мәҡәләләре уҡымлы итә. Хеҙмәттәшебеҙ бурысына ифрат яуаплы ҡарай, иң мөһиме, эшен ярата. Гәзитебеҙҙең тиражын арттырыуға, реклама табыуға тос өлөш индереүселәрҙең береһе лә лә ул. Шуныһы, хеҙмәттәшебеҙҙе коллективта барыһы ла хөрмәт итә.

Әлфиә Минғәлиеваны күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ!

Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!

Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите.

Фото: Әлфиә Минғәлиева.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: