Бөтә яңылыҡтар

Тыуған көнөң менән, Миңһылыу!

Бөгөн  йәнә бер хеҙмәттәшебеҙ - Миңһылыу СӘЛИМГӘРӘЕВА ла тыуған көнөн билдәләй! 

Тыуған көнөң менән, Миңһылыу!
Тыуған көнөң менән, Миңһылыу!

Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Миңһылыу СӘЛИМГӘРӘЕВА тыуған көнөн билдәләй!  Миңһылыу Рәхимйән ҡыҙы йәмле Баймаҡ районының Йылым ауылында тыуып үҫкән.

Миңһылыу Сәлимгәрәева "Башҡортостан" гәзите"ндә оҙаҡ йылдар эшләй. Әле ул редакцияла – машинкала йыйыу буйынса оператор. Хеҙмәттәшебеҙ бурысына ифрат яуаплы ҡарай, иң мөһиме, эшен ныҡ ярата. Ҡулъяҙмаларҙы танып, дөрөҫ итеп баҫыу йәһәтенән дә оҫталыҡ кәрәк. Ысынлап та, ниндәй генә ҡулъяҙмалар килмәй. Миңһылыу иһә бер хәрефен дә, тыныш билдәләрен дә төшөрөп ҡалдырмайынса, тулы килеш машинкала баҫа. Шуныһы, хеҙмәттәшебеҙҙе коллективта барыһы ла хөрмәт итә.

Миңһылыу Сәлимгәрәеваны күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ!

Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.

Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите.

Фото: Миңһылыу Сәлимгәрәева.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: