Бөтә яңылыҡтар

Ҡатлы бәлеш рецебы

Гөлүсә Рәхмәтуллина үҙе ҡатлы, үҙе татлы бәлеш рецебы менән уртаҡлашты. 

Ҡатлы бәлеш рецебы
Ҡатлы бәлеш рецебы

Ҡатлы бәлеш һәр табындың йәме була ала. Уны бешереү өсөн бер стакан һөт, 100 грамм аҡ май, бер аш ҡалағы сүпрә, бер аш ҡалағы шәкәр (татлы яратһағыҙ, күберәк алығыҙ), самалап тоҙ, бер йомортҡа, яҡынса ике стакан он алабыҙ. Ошоларҙы бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ.

Эслек өсөн бер лимон, ике әфлисунды ит турағыс аша үткәрәбеҙ һәм, тәменә ҡарап, шәкәр ҡушып болғайбыҙ.

Бәлеш фотола күрһәтелгәнсә, ҡатлы итеп бешерелә.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ һәм фото: Гөлүсә Рәхмәтуллинаның "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһе. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: