Бөтә яңылыҡтар

"Илһам" еңеүҙәр яулай

Конкурста ҡатнашыусы Эльвира РАМАҘАНОВА менән таныштырабыҙ.

"Илһам" еңеүҙәр яулай
"Илһам" еңеүҙәр яулай

"Башҡортостан" республика гәзите халыҡ театрҙары араһында ойошторған конкурста Мәсетле районының "Илһам" халыҡ театры ла ҡатнаша. Олоһо ла, кесеһе лә спектаклдәрен яратып ҡараған театрҙы Эльвира Рамаҙанова етәкләй.

– Беҙҙең яҡтарҙа халыҡтың сәнғәткә ғашиҡ булыуы берәүгә лә сер түгел, – тип һөйләй "Илһам" халыҡ театрының етәксеһе Эльвира Миңдулла ҡыҙы. – Ысынлап та, мәсетлеләр тамашаларға эркелеп йөрөй, шул уҡ ваҡытта үҙҙәре лә спектаклдә уйнарға бик ярата. Беҙҙә йәш сикләүе юҡ, олоһо ла, кесеһе лә драма түңәрәгенә теләп йөрөй.

Әйткәндәй, "Илһам" халыҡ театрының репертуары бик бай. Рәйлә Наҙарғолованың "Ҡоҙа" спектакле, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" драмаһы, Әнғәм Атнабаевтың "Игеҙәктәр" комедияһы, шулай уҡ бүтән авторҙарҙың мелодрамалары, комедиялары шуға асыҡ миҫал.

"Илһам" халыҡ тетары Мәсетле районының бөтә ауылдарына ла барып, яҡташтарына күңелле ял минуттарын бүләк итеүен дауам итә. Хәйер, улар район менән генә сикләнмәй, ә күрше райондарға ла гастролдәргә сыға, шулай итеп, халыҡ һөйөүен яулай.

Эльвира Рамаҙанова әйтеүенсә, 2014 йылдан бирле эшләгән театр йылдан-йыл уңыштары менән ҡыуандыра. Унда уртаса 15 кеше шөғөлләнә, миҙгеленә ҡарап, кешеләр һаны артып та китә.

Фото: Эльвира Рамаҙанова. 

"Илһам" еңеүҙәр яулай
"Илһам" еңеүҙәр яулай
"Илһам" еңеүҙәр яулай
"Илһам" еңеүҙәр яулай
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: