Бөтә яңылыҡтар

Мунса мейесе өсөн иң һәйбәт таш ниндәй, беләһегеҙме?

Редакциябыҙҙың рәссамы Нәсих Хәлисов әйтеүенсә...

Мунса мейесе өсөн иң һәйбәт таш ниндәй, беләһегеҙме?
Мунса мейесе өсөн иң һәйбәт таш ниндәй, беләһегеҙме?

Йылытылған таш быуын һауыҡтырыу маҡсатында ҡулланырға кешелек күп быуаттар элек өйрәнгән. Мәҫәлән, боронғо грек тарихсыһы Геродот һүрәтләүенсә, скиф ҡәбиләләренең йәйләү мунсалары тирмәләрҙе хәтерләтә: осо бәйләнгән һайғауҙарҙың өҫтө кейеҙ менән ҡапланған. Ҡыҙған ташҡа һибелгән төнәтмә йәки үлән орлоҡтары төтөн һәм быу барлыҡҡа килтергән. Скифтарҙан тыш, башҡа күп халыҡтар таштарҙы йылытыу ысулын ҡулланған, улар махсус урында һүндерелгән утҡа һалынған, йылытылған, һуңынан һыу ярҙамында быу барлыҡҡа килтергән.

Хәҙер ҙә таштар мунсала быу булдырыу өсөн ҡулланыла. Ҡыҙған таштарҙың һыу менән бәйләнеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән быу һаулыҡ өсөн файҙалы. Быу барлыҡҡа килеүҙән тыш, таштар йылылыҡ туплау функцияһын да үтәй.

Мунса мейесе өсөн ниндәй таштар һайларға?

Ғәҙәти йылға ҡырсынташы иң уңайлыһы. Бындай таштарҙы һыу ятҡылығы ярында бушлай йыйырға мөмкин, улар ныҡлығы менән айырылып тора. Бынан тыш, ҡырсынташ яҫы формала була, был мейестә тигеҙ урынлаштырыу өсөн бик уңайлы.

Уны һайлағанда төҫөнә иғтибар итергә кәрәк. Таштарҙа ҡыҙыл таптар йәки тимер оксиды булыуын аңлатҡан тамырҙар булырға тейеш түгел. Таштарҙағы ҡыҙыулыҡ утта йылытҡанда һаулыҡ өсөн зарарлы матдәләр бүленеп сығыуы мөмкинлеген күрһәтә. Шулай уҡ мейес өсөн таш сифатында мунсаға эзбизташты алырға ярамай. Юғары температура тәьҫирендә ул тиҙ тарҡала, ә быу менән һауаға эзбизташ туҙаны эләгә, ул кәштәләргә генә түгел, тештәргә лә ултыра.

Редакциябыҙҙың рәссамы Нәсих Хәлисов әйтеүенсә, мунса өсөн иң һәйбәт таш һыу эсендә ятҡаны, йәки йылға буйынан да йыйырға мөмкин.

Ә һеҙ мунсаға ташты нисек һайлайһығыҙ?

Нәсих Хәлисов фотолары.

Мәғлүмәт: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Мунса мейесе өсөн иң һәйбәт таш ниндәй, беләһегеҙме?
Мунса мейесе өсөн иң һәйбәт таш ниндәй, беләһегеҙме?
Мунса мейесе өсөн иң һәйбәт таш ниндәй, беләһегеҙме?
Мунса мейесе өсөн иң һәйбәт таш ниндәй, беләһегеҙме?
Мунса мейесе өсөн иң һәйбәт таш ниндәй, беләһегеҙме?
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: