Бөтә яңылыҡтар

Иң сос әсәйҙәр ҡайҙа йәшәй?

 Һөҙөмтәлә ике команда ла бер тигеҙ мәрәй йыйҙы. Дуҫлыҡ еңде!

Иң сос әсәйҙәр ҡайҙа йәшәй?
Иң сос әсәйҙәр ҡайҙа йәшәй?

Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй мәҙәниәт һарайында иң йылғыр һәм сос әсәйҙәрҙе асыҡланылар, тип яҙа “Буздякские новости”.

“Әйҙәгеҙ, әсәйҙәр!” ярышында “Сәрмәсән һылыуҙары” һәм “Яҙ һылыуҙары” тигән ике команда ҡатнашты. Сараны ойоштороусы Нурыя Ҡоҙратова конкурс шарттары менән таныштырғас, ярышта ҡатнашыусы әсәйҙәр  бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үтте: йүгерҙе, һикерҙе, таҡмаҡ әйтте, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, йырланы, бейене...

Конкурс көсөргәнешле барҙы. Һөҙөмтәлә ике команда ла бер тигеҙ мәрәй йыйҙы. Дуҫлыҡ еңде!

Ауыл хакимиәте башлығы Ғәли Шаһивәлиев конкурста ҡатнашыусыларға  иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы, сараны ойоштороуға ярҙам иткән спонсорҙар Абдулла  һәм Илдар Йосоповтарға, Әхнәф Нафиҡовҡа, Альбина Шакироваға рәхмәт әйтте. Ауылдаштар бындай күңелле байрамдан бик ҡәнәғәт ҡалды.

 Фото:https://buzdyaknews.ru/news/zhizn-rayona/2024-03-21/v-kanly-turkeevskom-dome-kultury-opredelyali-samyh-shustryh-mam-3695597?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=175536108

 

Иң сос әсәйҙәр ҡайҙа йәшәй?
Иң сос әсәйҙәр ҡайҙа йәшәй?
Иң сос әсәйҙәр ҡайҙа йәшәй?
Иң сос әсәйҙәр ҡайҙа йәшәй?
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: