Бөтә яңылыҡтар

Күстәнәс балыҡ мажараһы

Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованы нимә ҡурҡытҡан? 

Күстәнәс балыҡ мажараһы
Күстәнәс балыҡ мажараһы

Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыҙыҡлы яҙма менән уртаҡлашты.

“Йома көнө бер матур ғаилә ураҙа күстәнәсе итеп өс балыҡ биргәйне. Табан балыҡ тинеләр, ҙур ғыналар, ауырҙар. Бик рәхмәтле булып алдым да пакетта килеш башта ишек төбөндә тороп торҙо, унан ҡоро ваннала шул көйө ике сәғәттәй ятты (уға тиклем хужаларҙың машинаһында килгән). Бер ниндәй ҙә хәүеф-хәтәр тойолманы, бары тып-тын, балыҡтар ысынлап үле ине. Һуңынан ғына тасҡа һыу ҡойоп, таҙалағанға тиклем тип, шунда һалып торҙом.

Бер мәл, тәмле генә итеп ифтар яһап ултырһам, ванна бүлмәһендә нимәлер даһыр-доһор итте. Унан тағы... тағы. Ҡот осто! Шулай ҙа үҙемде ҡулға алып, барып ишекте асып ебәрһәм... ванна эсендәге тасты ауҙарып алып, теге өс балыҡ тулап йөрөй. Теп-тереләр! Һикерешеп, стеналарға һуғылып, һыйырҙан да яман ҡылана былар. Таҙалау түгел, тотоп алырға ла йөрәк етмәне. Ситтән генә ынтылып, өҫтәренә һыу астым, шунһыҙ тынысланмаҫтар ине. Ҡыҫҡаһы, теге өс балыҡ ваннаны баҫып алды ла ҡуйҙы. Нимә эшләтергә хәҙер быларҙы, тип уйлайым.

Үлтерә алмаҫым билгеле ине. Беренсенән, йәл, икенсенән, уның өсөн бында мылтыҡ кәрәк ине, минеңсә. Ҡырҙан ғына атмағанда, яҡын барырлыҡ түгел. Бер нимә лә уйлап сығара алмай, бер көн үткәс, аптырап, күстәнәс биреүселәргә яҙып ебәрҙем. Күп тә тормай тегеләр таҙаланған өс балыҡ тотоп килеп, был “акулаларҙы” саҡ ауыҙлыҡлап тотоп алып китте.

Ҡабат балыҡтың башы ҡырҡылғанын, эсе таҙаланғанын ғына алам, тип һүҙ бирҙем үҙемә. Үлгән балыҡ улай уҡ терелеп китәлер тип уйламағайным. Бик йәшәгер була икән был табан балыҡ тигәндәре!” - тип яҙҙы Миләүшә Ҡаһарманова.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: