Бөтә яңылыҡтар

50 йылдан һуң да ғашиҡтар

Әхмәтйәновтар  ун йылдан һуң тағы ла ЗАГС бүлегенә килергә, был юлы гәүһәр туйҙарын бергәләп  үткәрергә вәғәҙә бирҙе...

50 йылдан һуң да ғашиҡтар
50 йылдан һуң да ғашиҡтар

Тап илле йыл элек йәш, матур пар – Тәнзилә һәм Рәүеф Әхмәтйәновтар  никахтарын теркәтеү, ныҡлы ғаилә төҙөү уйы менән Салауат ҡала Советының халыҡ депутаттары башҡарма комитеты кабинетына аяҡ баҫҡайны. Тик ул саҡта хәҙергеләй туй тантанаһы ла булманы, йәштәр өсөн Мендельсон маршы ла яңғыраманы. Бары мөхәббәт, дуҫлыҡ йәштәрҙе берләштерҙе, бәхеткә күрә, ярты быуат үткәндән һуң да  һәйбәт мөнәсәбәт, бер-береһенә иғтибар ғаиләлә хакимлек итә.

Хеҙмәт ветерандары бына тигән ике бала тәрбиәләп үҫтергән, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн миҙалдар һәм Почет грамоталары менән наградланған.
Бөгөн, никахлашыуҙарына илле йыл үткәс тә, улар һаман да йәш парҙар кеүек бер-береһенә ғашиҡ, тоғро ир һәм ҡатын. Тормош юбилярҙары  Салауат ҡалаһының ЗАГС бүлегендә  тантаналы Мендельсон маршы аҫтында алтын туйҙарын  билдәләне, почет кенәгәһенә ҡултамғаларын  ҡуйҙы.  Әхмәтйәновтар  ун йылдан һуң тағы ла ЗАГС бүлегенә килергә, был юлы гәүһәр туйҙарын бергәләп  үткәрергә вәғәҙә бирҙе. Тормош юбилярҙарына Башҡортостан Башлығының  ҡотлау адресы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Ирле-ҡатынлы Тәнзилә һәм Рәүеф Әхмәтйәновтар бөгөн дә ғашиҡ күңелле, күҙҙәрендә бәхет сатҡылары балҡыған матур, өлгө булырлыҡ пар. Беҙ уларға һаулыҡ, оҙаҡ йылдарға етерлек күтәренке кәйеф теләйбеҙ!


Фото: https://vk.com/goskomjust

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: