Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
12 Апрель , 14:00

Нәсих ағай, тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ!

Ул Әбйәлил районының Ишбулды ауылында тыуып үҫкән

Нәсих ағай, тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ!
Нәсих ағай, тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Нәсих Хәлисов тыуған көнөн билдәләй!  Нәсих Хөббөтдин улы йәмле Әбйәлил районының Ишбулды ауылында тыуып үҫкән.

Нәсих Хәлисов ғүмере буйы матбуғат тармағында тир түгә. Ул бөгөн "Башҡортостан" гәзите"ндә – биҙәлеш мөхәррире. Мәҡәлә нисек кенә шәп яҙылмаһын, әгәр ҙә уның янында һүрәт юҡ икән, улай ғына ла түгел, биҙәлеше тоноҡ икән, һүҙ ҙә юҡ, уны әҙ уҡыясаҡтар. Был тәңгәлдә Нәсих Хәлисов барыһын да еренә еткереп башҡара. Бынан тыш, ул фотохәбәрсе лә. Ысынлап та, хеҙмәттәшебеҙ бурысына ифрат яуаплы ҡарай, иң мөһиме, эшен ярата. Шуныһы, уны коллективта барыһы ла хөрмәт итә.

Нәсих Хөббөтдин улын күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ!

Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!

Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите.

Фото: Нәсих Хәлисов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: