Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
13 Апрель , 15:00

Ҡайын һутынан компот рецебы тәҡдим итәбеҙ

Ҡышҡылыҡҡа витаминға бай эсемлек әҙерләп алығыҙ

Ҡайын һутынан компот рецебы тәҡдим итәбеҙ
Ҡайын һутынан компот рецебы тәҡдим итәбеҙ

Ҡайын һуты миҙгелен астығыҙмы? Ҡайын һуты бик файҙалы. Әммә уны оҙаҡ һаҡлап булмай. Уңған хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа ҡайын һутын һаҡлап ҡалыу сараһын тапҡан да инде. Кемдер туңдырғыста алып ҡалһа, кемдәрҙер компот яба. Балтас районының Иҫке Балтас ауылынан Гөлназ Әнүәрова ҡайын һутынан компот рецебы менән бүлеште. Рецепт: - 3 литр ҡайын һуты; - ярты әфлисун; - 160 грамм шәкәр (6-7 аш ҡалағы) - ярты балғалаҡ лимон кислотаһы. Ҡайын һутын шәкәр, лимон кислотаһы ҡушып ҡайнатырға. Һыуынғас тағы ҡайнатып әфлисун һалынған стерилләнгән банкаларға ҡойоп ябырға. Гөлназ Әнүәрова фотоһы.

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: