Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
14 Апрель , 07:00

Алдағы көндәргә һауа торошо менән танышығыҙ

Тағы һыуыта... 

Алдағы көндәргә һауа торошо менән танышығыҙ
Алдағы көндәргә һауа торошо менән танышығыҙ

Икенсе аҙнала һауа температураһы тағы түбән төшә. Был турала Гисметео хәбәр итә.

15 апрелдә болотло, яуым-төшөмһөҙ, төндә -2 градусҡаса туңдыра, көндөҙ +12 градусҡа тиклем йылыта. Ел көсәйеүсән, секундына 10 метр тиҙлеккә етеүе ихтимал.

16 апрелдә ямғыр яуыуы күҙаллана. Төндә +7, көндөҙ +13 градус. Ел секундына 14 метр тиҙлеккә тиклем етә.

17, 18 апрелдә ямғырлы көндәр күрһәтә. Төндә +5...+6, көндөҙ +12...+13 градусҡаса йылыта.

19 апрелдә тағы һыуыта, ямғырлы. Төндә +1 градус, көндөҙ +6 тирәһе генә. Көслө ел сыға.

Ял көндәрендә яуым-төшөм көтөлмәй. 20 апрелдә төндә +2 градус, көндөҙ +14 градусҡа етә. 21 апрелдә төндә +12, ә көндөҙ йылы - +24 вәғәҙәләйҙәр.

Л. Үтәғолова фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: