Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
18 Апрель , 12:30

Кесерткәндән аш бешереп ашап алайыҡ

Был рецепт менән Әлшәй районынан Мәрйәм апай Ғәлиуллина уртаҡлашты.

Кесерткәндән аш бешереп ашап алайыҡ
Кесерткәндән аш бешереп ашап алайыҡ

Яҙ етеү менән баш ҡалҡытҡан йәшел үләндәрҙә – йыуа, ҡуҙғалаҡ, балтырған, кесерткән һәм башҡаһында күпме файҙалы матдә, витамин тупланған! Һеҙҙең иғтибарға - төркөмдәшебеҙ Мәрйәм Ғәлиуллинанан кесерткән ашының рецепты. 

Бер литр һыуҙы ҡайнатып, шуға бер баш картуфты турап төшөрөргә, самалап тоҙ өҫтәргә. Шул арала бер баш һуғанды турап, ҙур булмаған бер кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Әҙер булғас, кәстрүлдәге ашҡа өҫтәп, әкрен генә ҡайнатырға. Таҙа урындан йыйылған кесерткәнде ике минут самаһы ҡайнар һыуҙа тотоп алғас, һарҡытып, ваҡ ҡына итеп турарға ла ашҡа ҡушырға. Кесерткән ҡушҡандан һуң ике-өс минут тирәһе әкрен генә ҡайнатып алырға.

Өҫтәлгә ҡуйған ваҡытта һәр тәрилкәгә йәшел һуған, ҡаймаҡ, бешкән йомортҡаны уртаға ярып һалырға.

Тағы ла шуны иҫтә тоторға кәрәк: кесерткән ҡанды ҡуйырта, шуға күрә вена тамырҙарының киңәйеүе, төйөрләнеүе, ҡанының ҡуйы булыуы күҙәтелгән кешеләргә кесерткән ашын самалап ашарға тәҡдим ителә.

Фото: moipovar.ru
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: