Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
20 Апрель , 14:30

Беҙҙә эҫе, ә бына унда ҡар яуған

Алдағы өс көнгә лә шундай эҫе көндәр күҙаллана.

Беҙҙә эҫе, ә бына унда ҡар яуған
Беҙҙә эҫе, ә бына унда ҡар яуған

Бер-ике көндә Башҡортостанда эҫе һауа торошо күҙәтелә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер урындарҙа күк күкрәүе, киҫкен ҡыуан ел иҫеүе көтөлә.

Бөгөнгө һауа температураһы климатик нормаға ҡарағанда 7-12 градусҡа юғарыраҡ. Төндә лә йылы - +11...+16 градус булды, таулы райондарҙа +6 градусҡаса. Көндөҙ +23...+28 градус күрһәтә. Киҫкен ел иҫә.Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшен йәшнәүе лә өҫтәлә. Алдағы өс көнгә лә шундай эҫе көндәр күҙаллана.

Ә шул ваҡытта илебеҙҙең төньяғында – Санкт-Петербургта ҡар яуып һалған, ихаталарҙа машиналар көрткә сумып ултыра.

А. Ишморатова, З. Ғиззәтуллина фотолары.

Беҙҙә эҫе, ә бына унда ҡар яуған
Беҙҙә эҫе, ә бына унда ҡар яуған
Беҙҙә эҫе, ә бына унда ҡар яуған
Беҙҙә эҫе, ә бына унда ҡар яуған
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: