Бөтә яңылыҡтар
Матур үтһен ялығыҙ
20 Апрель , 13:00

Майонезды үҙебеҙ эшләйек

Тиҙ, тәмле, ә иң мөһиме - файҙалы.

Майонезды үҙебеҙ эшләйек
Майонезды үҙебеҙ эшләйек

Майонез менән күп аҙыҡ тәмлерәк була. Тик магазиндан һатып алғанында химия күп, ул һимереүгә килтерә тиҙәр. Шуға бөгөн был аҙыҡты үҙегеҙгә файҙалы ингредиенттарҙан әҙерләргә тәҡдим итәбеҙ.

Оҙонса бейек һауытта һөт һәм үҫемлек майын бутайбыҙ, блендерҙы төбөнә тиклем батырып юғары тиҙлектә 30 секунд туғыйбыҙ.

Артабан шәкәр, тоҙ, гәрсис (горчица) һәм лимон һуты өҫтәп, тағы 30 секунд туғып күпертәбеҙ.

Майонез бик ҡуйы һәм тәмле килеп сыға. Лимон һуты булмаған осраҡта һеркә ҡушһаң да була.

Майонезды таҙа ҡоро банкаға һалып, һыуытҡыста ике аҙнаға тиклем тоторға була.

Һөт - 150 мл

Үҫемлек майы - 300 мл

Лимон һуты - 3 аш ҡалағы (йәки 6% аш һеркәһе - 2 аш ҡалағы)

Тоҙ - ярты сәй ҡалағы

Шәкәр - 1 сәй ҡалағы

Гәрсис - 1 сәй ҡалағы.

Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: