Матур үтһен ялығыҙ
29 Апрель 2024, 10:00

Гөлдәрҙе тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Ул Баймаҡ районының Түбәнге Таулыҡай ауылында тыуып үҫкән.

Гөлдәрҙе тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!Гөлдәрҙе тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Гөлдәрҙе тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Гөлдәр Сәлихова-Яҡшығолова тыуған көнөн билдәләй! Гөлдәр Әхәт ҡыҙы йәмле Баймаҡ районының Түбәнге Таулыҡай ауылында тыуып үҫкән.

Гөлдәр Яҡшығолова ғүмере буйы матбуғат тармағында тир түгә. Ул бөгөн "Башҡортостан" гәзитендә – Мәғариф һәм тәрбиә бүлеге мөдире. Белем усаҡтары тураһында мәҡәләләрен олоһо ла, кесеһе лә көтөп ала, уҡытыусылар менән ҡорған әңгәмәләре, уҡыусы балалар тураһындағы һүрәтләмәләре хаҡында ла шулай әйтергә мөмкин. Ысынлап та, хеҙмәттәшебеҙ бурысына ифрат яуаплы ҡарай, иң мөһиме, эшен ярата. Шуныһы, уны коллективта барыһы ла хөрмәт итә.

Гөлдәр Әхәт ҡыҙын күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ!

Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.

Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите.

Фото: Гөлдәр Яҡшығолова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас