Тағы туңдыра...

Көн яманы үтәр, иң мөһиме - күңелдәр ҡатмаһын, ҡайғы ишек ҡаҡмаһын. Хәйерле иртә, дуҫтар! Һәр атҡан таңды ҡыуанып ҡаршы алайыҡ, ялдарыбыҙҙы файҙалы һәм йөкмәткеле үткәрәйек, иҫән-һау булайыҡ. Донъялар тынысланып китһен. Түбәндә - ял көндәренә һауа торошо. 

Тағы туңдыра...Тағы туңдыра...
Тағы туңдыра...

Ял көндәре республикала һыуыҡ була, ҡырау төшә, тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк. Ямғыр, ҡар ҡатыш ямғыр, ҡар яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы төндә  - 6 градусҡаса төшә.

Бөгөн, 4 май, ҡар, ҡарлы ямғыр яуып үтә. Ел төньяҡтан, урыны менән киҫкен һәм бик көслө. Төндә һауа температураһы 0....+5 градус, ҡайһы бер урындарҙа -5 градусҡаса туңдыра, ҡырау төшә. Көндөҙ  +3...+8 градусҡа тиклем йылыта.

Иртәгә, 5 май, шундай уҡ һауа торошо һаҡлана. Ҡайһы бер райондарҙа ямғыр һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Төндә -1....-6 градусҡаса туңдыра, көндөҙ  +5....+10 градусҡаса күтәрелә.

В. Рәхмәтова фотоһы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас