Оҙон ҡыштан һуң, ниһайәт, мал кәртәнән сыҡты. Йәшел үләнгә аяҡ баҫҡан һыйыл малының һөтө лә артты. Төрләндереп-төрләндереп һөт ризыҡтары әҙерләй торған мәл етте. Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан Руфина Муллағәләмова эремсектән тәмлекәс бешерергә өйрәтә. Еңел генә әҙерләнгән ризыҡты көн дә бешереп ашарға була ти хужабикә. Етмәһә, эремсек бик файҙалы ла.
Ҡамыр өсөн:
Эслек өсөн:
Бирелгән ингредиенттарҙан ҡамыр баҫабыҙ. Айырым эслек әҙерләйбеҙ. Бының өсөн эремсеккә йомортҡа һарыһы, шәкәр, он, ҡаймаҡ ҡушып яҡшылап болғатабыҙ. Ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүлеп овал итеп йәйәбеҙ. Яртыһына эслек һалып, икенсе яртыһы менән ҡаплап сығабыҙ. Алдан ҡыҙҙырылған 200°С мейестә 20-25 минут бешерәбеҙ.
Фото һәм рецепт: Руфина Муллағәләмова.