Бик тәмле, кетерләп торған, арзан аҙыҡтарҙан тәмлекәс! Вафли әҙерләү өсөн ябай, һәр ваҡыт аш бүлмәһендә булған ингредиенттар һәм совет осорондағы иҫке яҡшы вафли табаһы кәрәк, ул күптәрҙә кәштәлә иң төптә торалыр.
Аҡ майҙы алығыҙ, әкрен утта иретегеҙ, ҡайнамағыҙ. Бер аҙ һыуытығыҙ. Йомортҡаларҙы тәрән һауытҡа һалып күперткәнсе туҡығыҙ. Уға шәкәр ҡушып тағы туҡығас ирегән май ҡушығыҙ. Он, тоҙ, ванилин ҡушып яҡшы итеп болғатабыҙ. Шыйыҡ булмаған масса килеп сыға, ныҡ ҡуйы булһа вафли ҡалын була һәм кетерләмәй.
Ике яғы майланған табаны ҡыҙҙырып бешереп алабыҙ. 15 секундта бешеп сыға. Бешкән вафлины өҫтәлгә һалып тиҙ генә төрөп алабыҙ.
Автор фотоһы.