- Ҡараңғы ергә ҡурай еләге ултыртмағыҙ
- Ҡомһоҙланмағыҙ. Июнь айында, еләге тумаланғансы һәм ҡыуаҡтарын һирәгәйтеп ҡырҡырға кәрәк. Һәр ҡыуаҡта иң уңдырышлы 2 йәш үҫенте ҡалдырыр кәрәк.
- Июль уртаһында остарын 10-15 сантиметр тирәһе ҡырҡығыҙ.
- Яҙын һәр ҡыуаҡ аҫтына янған тиреҫ һибегеҙ. Ул ерҙе киптерергә бирмәй һәм өҫтәмә туҡландырыу ҙа кәрәк. Сөнки йәй буйына ҡурай еләге ҡеүәтле һабаҡтарҙы ҡыуып сығарырға тейеш!
- Көҙгөһөн емеш биргән һабаҡтарҙы ҡырҡып алғандан һуң һәр ҡыуаҡ аҫтына 0,5 стакан суперфосфат өҫтәп, ярты биҙрә тиреҫ һибегеҙ.
- Ҡурай еләге - нескә үҫемлек, һабаҡтарын терәтеп (шпалерға) бәйләгеҙ: ел ҡыуаҡтарҙы һелкетә һәм нескә ботаҡтары, бигерәк тә еләк менән тулған саҡта, һыныусан.
- Май уртаһында, сәскә атҡансы, июнь аҙағында, еләк барлыҡҡа килгәс һәм улар өлгөргән осорҙа ҡыуаҡтарға аҙнаһына ике тапҡыр һыу һибәләр. 1 квадрат метр тупраҡҡа 3-4 биҙрә һыу талап ителә. Эҫе ҡоро көндәрҙә һыуҙы мул һибергә кәрәк.
- Яҙын беренсе йомшартыу мөмкин тиклем иртәрәк үткәрелә: рәттәрҙә 5-8 см тәрәнлектә, рәт араларында - 10-15 см. Был эште бөрөләнгәнсе тамамларға кәрәк. Һуңынан ҡый үләндәре барлыҡҡа килгәс, миҙгелдә 4-6 тапҡыр ерҙе йомшарталар.
- Урындағы сорттағы сәләмәт үҫемлектәрҙе генә ултыртығыҙ. Яҡшы тәрбиәләгәндә уңыш һәр ваҡыт мул буласаҡ.
Фото: Шәрифә Иҫәнбаева сәхифәһенән.