+21 °С
Болотло
Йырсылар Әлиә Ҡарасурина менән Ришат Төхвәтуллиндың тәүге балалары тыуғайны. Ришат социаль селтәргә ҡуйған видеоһында сабыйының аяҡтарына тиклем үбеп, үҙенең яратыуын белдерә.
«Көнө буйы күрмәһәң, ашарҙай булаһың», – тип яҙа ул. Бындай ваҡытта атайҙар ҙа хисле була шул.
Сабыйҙың яратылып, имен-һау, бәхетле булып үҫеүен теләйбеҙ.
Фото: Ришат Төхвәтуллин видеоһынан скриншот.