Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тигән боронғолар. Нимәнән алып әйткәндәр икән?
Иллә-мәгәр беҙҙең буйҙар бер иш, ыҡсым кәүҙәлебеҙ.
Ҡәйнә аш-һыуға оҫта, бауырһаҡты шәп бешерә ине, ҡорото өҫтәлдән өҙөлмәне. Ҡаҙ, үрҙәк тотто. Мейестә бешкән күмәсе һәм күмер өҫтөндә бешкән ҡоймағы бик тәмле була торғайны. Һөт, ҡаймаҡ, май, ҡатыҡ... Беҙҙең әсәйҙәр кеүек аҡты тәрбиәләп, эш итте. Хатта сало тоҙлай торғайны. Мин уны ашамайым. Уңған. Бала ғына сағынан эшләй башларға тура килгән уға, уҡыу бик эләкмәгән.
Һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Үҙенең әнкәһен ҡартайғансы ҡараған, һуңынан ҡәйнәһен дә үҙҙәренә алып, ул 96 йәшкә тиклем ғүмер итте.
Ҡәйнәнең түҙемлелегенә, бөрсә кеүек йүгереп эш эшләп йөрөүенә, дәртле, егәрле булыуына һоҡлана инем. Матур йырлай, бейей ҙә. Әле лә йырлап ебәрә.
Бөтә кешегә алсаҡ, йылмайып тороуы, бөтә кешегә бер иш ҡарауы, бөтә кешене бер иш яратыуы... Һәр кем улай булдыра алмайҙыр. Киң күңелле, тип әйтәйемме инде. Исеме Флүрә, шаяртып, Флюрка тип тә әйтәләр.
Ҡартайҙы инде. Көҙгә уға 88 йәш тулырға тейеш. Иҫән-һау булһын, Алла бирһә.
Авторы: Эльвира Әсәҙуллина, журналист.
Фото: ғаилә альбомынан.