Айһылыуҙы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Айһылыу Әхмәт ҡыҙы йәмле Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуып үҫкән

Айһылыуҙы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!Айһылыуҙы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Айһылыуҙы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн "Башҡортостан" республика гәзитенең социаль өлкә бүлеге мөдире Айһылыу Низамова тыуған көнөн билдәләй! Айһылыу Әхмәт ҡыҙы йәмле Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуып үҫкән.

1998 йылда Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университеты) журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлағас та, Айһылыу Низамованы "Башҡортостан" республика гәзитенә эшкә саҡыралар. Бер һүҙ менән әйткәндә, ғүмере буйы матбуғат тармағында тир түгә. Быйыл уның "Башҡортостан" гәзитендә эшләүенә - 26 йыл. Гәзиттә үткер мәҡәләләре менән йыш сығыш яһай, шул уҡ ваҡытта баҫманың тиражын арттырыуға ла тос өлөш индерә. Ысынлап та, "Башҡортостан"да уҡымлы мәҡәләләр баҫтырыу булһынмы, гәзиттең сайтына көн ҡаҙағына һуҡҡан мәғлүмәттәр биреү тиһеңме, ошо эштәрҙең барыһы ла бик яуаплы ҡарай ул.

Айһылыу Әхмәт ҡыҙын күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ!

Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!

Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите.

Фото: Айһылыу Низамова.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас