Ну баш та инде һиндә!

Күршем үтескә аҡса алып торғайны

Ну баш та инде һиндә!Ну баш та инде һиндә!
Ну баш та инде һиндә!

– Күршем үтескә аҡса алып торғайны, ҡыҫҡаһы, миңә 30 мең һум бирәсәге бар, ҡайтарырға уйламай ҙа, ярҙам итегеҙсе, зинһар, – тип берәү адвокатҡа килгән, ти.

– Аҡсаны ҡайтартып була, тик бының өсөн ҡулығыҙҙа уның бурысы барлығын иҫбат иткән документтың булыуы мөһим, – тигән ти адвокат. – Берәй яҙма документ бармы?

– Эх, юҡ бит әле, былай ғына тотторғайным ҡулына.

– Улайһа, "минән алып торған 70 мең һум аҡсаны кире ҡайтар", – тип күршеңә  ватсаптан яҙ.

– Юҡ, 70 мең һум түгел дә инде, ә 30 мең һум.

– Күршең дә һиңә тап шулай яуап бирәсәк, ә һинең ҡулыңда – иҫбат итеүсе документ.

Фото: triptonkosti.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас