Бөтә яңылыҡтар

Эҫе көндәр зарар килтермәһен

Ҡала шарттарында эҫе көндәрҙең зыянлы тәьҫире биналарҙың, асфальттың  ныҡ йылыныуы, ағыулы матдәләрҙең һауаға сығарылыуы арҡаһында тағы ла көсәйә. Кәңәштәргә иғтибар итегеҙ.  

Эҫе көндәр зарар килтермәһен
Эҫе көндәр зарар килтермәһен

Йәйге көндәр йәмле, күңелле булһа ла, эҫелектең сәләмәтлеккә  етди зыян килтереүе ихтимал.

Ҡала шарттарында эҫе көндәрҙең кире тәьҫире биналарҙың, асфальттың  ныҡ йылыныуы, зарарлы матдәләрҙең һауаға сығарылыуы арҡаһында тағы ла көсәйә. Табиптарҙың әйтеүе буйынса, сәләмәтлеккә зыян килмәһен өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:

Өҫ кейеме тирегә тын алырға мөмкинлек бирергә тейеш. Тәбиғи туҡымаларҙан тегелгән кейемгә өҫтөнлөк бирегеҙ.

Һыу режимын күҙәтегеҙ. Организмға етерлек кимәлдә һыу эсегеҙ, йәшел сәй һәм минераль һыу  – иң яҡшыһы.

Тура төшкән ҡояш нурҙары аҫтында тормаҫҡа тырышығыҙ, ҡояштан һаҡлаусы сараларҙы һәм баш кейемен файҙаланығыҙ.

Туҡланыуға иғтибар итегеҙ.  Табынығыҙҙа күберәк йәшелсә, еләк-емеш, һөт аҙыҡтары, балыҡ булһын, майлы аҙыҡтарҙы сикләгеҙ.

Эҫе көндәрҙә спорт менән әүҙем шөғөлләнеүҙе туҡтатып тороғоҙ.

Үҙегеҙҙе тыныс тоторға, стрестарға бирешмәҫкә тырышығыҙ.

Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар кешеләр үҙҙәренең хәлен контролләргә һәм табип күрһәтмәләрен теүәл үтәргә тейеш.

Әгәр һаулыҡ торошонда үҙгәрештәр, ауыртыныуҙар тойһағыҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк медицина ярҙамына мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото: UfacityNews.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: