Бөгөн көн аяҙ, һауа температураһы кисәге кеүек үк +33 градусҡаса эҫетә. Ҡояштың көн үҙәгендәге ҡыҙыу нурҙарынан һаҡланығыҙ. Ә икенсе аҙнала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә, ә атап әйткәндә түбәндәгесә:
Башҡортостанда 17 июнь яуым-төшөмһөҙ була, тип фаразлай синоптиктар. Төндә +18...+21 градус, көндөҙ +28 градусҡаса эҫетә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын.
18 июнь урыны менән ямғыр яуа. Төндә +21...+23, көндөҙ - +30 градус эҫе.
19 июнь аяҙлы-болотло, ваҡыты-ваҡыты менән ямғырлы. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.
20 июнь шулай уҡ урыны менән ямғыр яуа. Һауа температураһы бер аҙ төшә: төндә +18...+21 градус, көндөҙ +27 күрһәтә.
21 июндә аяҙлы-болотло, ямғыр яуыуы ихтимал. Төндә +18, көндөҙ +24 градус вәғәҙәләй синоптиктар.
Киләһе ял көндәре ямғырлы була, ти белгестәр. Һауа температураһы төндә +18 градус тирәһе, көндөҙ - +22 градус. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын.
Ялдарығыҙ матур, файҙалы үтһен!
Ә. Ишморатова фотоһы.