Бөтә яңылыҡтар

Редистан үҙенсәлекле салат

Редис ябай ғына йәшелсә кеүек күренһә лә, унан да тәмле салаттар эшләргә була. Иғтибарығыҙға бер рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Редистан үҙенсәлекле салат
Редистан үҙенсәлекле салат

Редис ябай ғына йәшелсә кеүек күренһә лә, унан да тәмле салаттар эшләргә була. Иғтибарығыҙға берәүҙе тәҡдим итәбеҙ.

Кәрәк буласаҡ: уртаса ҙурлыҡтағы өс картуф, 8–10 редис, бер ҡыяр, бер помидор, бер бәйләм йәшел һуған, тәменсә тоҙ, борос.

"Заправка" өсөн: өс аш ҡалағы зәйтүн майы, ике аш ҡалағы лимон һуты, бер аш ҡалағы гәрсис, бер аш ҡалағы бал.

Картуфты, ҡыяр, редис һәм помидорҙы, йәшел һуғанды турайбыҙ. Барыһын да тәрән эсле һауытҡа һалып, тәменсә тоҙ һәм борос өҫтәйбеҙ.

Заправка өсөн кәрәкле ингредиенттарҙы айырым һауытҡа һалып, ҡалаҡ йәки венчик менән күпертәбеҙ. Салатҡа һалып, барыһын бергә болғатабыҙ. Йәшелсәләрҙең тәме сыҡһын өсөн бер аҙ тотабыҙ һәм табынға ҡуябыҙ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: