Бөтә яңылыҡтар

Табынға тиҙ генә бәлеш әҙерләйек

Балыҡты консерванан бушатып, сәнске менән иҙеп алабыҙ. Уға йәшелсә ҡушып болғатабыҙ...

Табынға тиҙ генә бәлеш әҙерләйек
Табынға тиҙ генә бәлеш әҙерләйек

Ял көндәрендә яҡындарығыҙға тиҙ генә балыҡтан бәлеш бешереп алығыҙ. Бының өсөн 1 стакан кефир, 2 йомортҡа, 2 стакан он, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, ярты балғалаҡ тоҙ, 1 банка балыҡ консерваһы, тәменә ҡарап йәшелсә алына.

Кефир, йомортҡа, он, үҫемлек майы һәм тоҙҙо ҡушып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ул ҡуйы ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Шулай уҡ бер семтем ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель) ҡушһаң була.

Балыҡты консерванан бушатып, сәнске менән иҙеп алабыҙ. Ошонда уҡ йәшелсә ҡушып болғатабыҙ.

Формаға пергамент ҡағыҙ түшәйбеҙ. Ҡамырҙың яртыһын ҡоябыҙ ҙа эслек һалабыҙ. Унан өҫтөнә ҡалған ҡамырҙы ҡоябыҙ.

180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкала 40 минут бешерәбеҙ.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Фото һәм сығанаҡ: "Башдонъя" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: