Бөгөн "Башҡортостан" республика гәзитенең хәбәрсеһе Резеда Шәңгәрәева тыуған көнөн билдәләй! Резеда Адунис ҡыҙы йәмле Миәкә районының Боғҙан ауылында тыуып үҫкән.
Резеда Шәңгәрәева ғүмере буйы матбуғат тармағында тир түгә. "Башҡортостан" гәзитендә үткер мәҡәләләре менән йыш сығыш яһай, шул уҡ ваҡытта баҫманың тиражын арттырыуға ла тос өлөш индерә. Ысынлап та, "Башҡортостан"да уҡымлы мәҡәләләр баҫтырыу булһынмы, гәзиттең сайтына көн ҡаҙағына һуҡҡан мәғлүмәттәр биреү тиһеңме, ошо эштәрҙең барыһы ла бик яуаплы ҡарай ул.
Резеда Адунис ҡыҙын күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғәзиздәре менән бәхетле йәшәүен, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ!
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек– ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите.
Фото Резеда Шәңгәрәева.