Пиццаға һалынған йәшел тәмләткес үләндәр үҙ төҫөн һәм тәмен һаҡлаһын тиһәгеҙ, алдан уларҙы үҫемлек майына мансырға кәрәк.
Макарон һәм спагетти бешергәндә бер-береһенә уҡмашмаһын өсөн, ҡайнаған һыуына бер аҙ үҫемлек майы өҫтәргә була.
Һыуына бер нисә тамсы һеркә тамыҙғанда, картуф ярылмай бешә (мундирлы картуф).
Бешергәндә һарымһаҡ, лавр япрағы һәм бер аҙ уксус, тоҙ өҫтәгәндә, картуф хатта һыуыҡ килеш тә тәмле була.
Туралған һуғанды тоҙло тәрилкәгә һалғанда, яңы кеүек оҙаҡ һаҡлана.
Тоҙ һауытына дөгө бөртөктәре һалғанда, ул дымланмай.
Горчицаны һөт менән бутап эшләгәндә, ул яҡшыраҡ һаҡлана.
Бысаҡты һыуыҡ һыу менән йыуыу кәңәш ителә, шулай иткәндә тиҙ тупаҫланмай.
Ҡарабойҙай ярмаһын алдан ҡыҙҙырып алғанда, бутҡаһы тиҙерәк бешә, тәмле һәм таралыусан була. (Ярманы суйын табала бер нисә минут ҡыҙҙыралар).
Картуфһыҙ һәм ярмаһыҙ йәшелсә һурпаһына бер аҙ ҡыҙҙырылған он һалырға кәңәш ителә — ул ҡуйыраҡ һәм тәмлерәк буласаҡ.
Кислота йәшелсә бешереүҙе тотҡарлай. Шуға күрә уксус, лимон кислотаһы, помидор-пюре йәки яңы помидорҙы башҡа йәшелсәләр бешкәс кенә өҫтәйҙәр.
Картуфты тиҙерәк бешерер өсөн һыуға бер аҙ май өҫтәргә кәрәк.
Картуфты һалҡын һөт менән иҙергә ярамай, улай иткәндә иҙмә һоро төҫтә һәм төйөрлө була. Тәүҙә һөттө ҡайнатырға һәм яйлап, даими болғатып, өҫтәп, картуфты иҙергә.
Әгәр һауыт-һабанан балыҡ йәки һуған еҫе сыҡһа, уны уксус ҡатнаштырылған һыу менән һөртөргә кәрәк.