Бөтә яңылыҡтар

Күркәне көтөүе ауырмы тип һорайҙар

Минең яуап – юҡ, ти Бөрйән районынан уңған хужабикә Рузалия Ҡаһарманова.

Күркәне көтөүе ауырмы тип һорайҙар
Күркәне көтөүе ауырмы тип һорайҙар

Уларҙы бәпәйҙе кеүек ҡарайһың, бер юлға һалып алһаң, бер ҙә ауыр түгел.

1. Аҫтары ҡоро булһын

2.Емдең сифатлы булыуы мотлаҡ

3.Эскән һыуы таҙа булһын - шуның аша бара һәр дауа.

4.Үлән

5.Кесерткән

6.Әрем

7.Һарымһаҡ

8.Метронидазол (таблетка)

Көн дә аралаштырып, әрем, кесерткән һәм үрҙә яҙылғандарҙы һыуҙа быҡтырып бирәм. Ул көндө тик ошо һыуҙы эсерәм.

Күркәнең эсендә ҡорт була, ти торғайны өләсәйем дә,  шуға күрә уға әсе ҡатнашмалар бирергә кәрәк.

Ямғыр яумаған да күркәләребеҙ баҡса йәме булып йөрөй.

Рузалия Ҡаһарманова, Бөрйән районы, Яңы Усман ауылы.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: