Бөтә яңылыҡтар

Ялдарыбыҙ имен үтһен!

Һаҡ булығыҙ: ял көндәрендә ҡойма ямғырҙар яуыуы, көслө ел сығыуы тураһында иҫкәртә ҡотҡарыусылар. Бөгөн  +18...+19 градус йылы. Ә киләһе аҙнала түбәндәгесә: 

Ялдарыбыҙ имен үтһен!
Ялдарыбыҙ имен үтһен!

Башҡортостанда дүшәмбе, 1 июлдә, ямғыр яуыуы фаразлана. Һауа температураһы төндә +14...+18 градус, көндөҙ +26 градус йылы. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.

Шишәмбе, 2 июль, шундай уҡ һауа торошо көтөлә. Иртәле-кисле ямғыр. Төндә +16...+20 градус, көндөҙ +26 градус йылы. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.

Шаршамбы, 3 июлдә, тәүлек буйы көслө ямғыр яуа, тип хәбәр итә синоптиктар. Төндә +18...+22, көндөҙ +28 градусҡаса эҫетә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.

Кесаҙна, 4 июлдә, төндә лә йылы - +23, көндөҙ +30 градусҡа етә. Ямғырлы. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын.

Йома, 5 июлдә, яуым-төшөм һаҡлана. Төндә +18...+22 градус, көндөҙ +29 градусҡаса йылы. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын иҫә.

Алдағы ял көндәрендә лә ямғырҙар яуа, йылы һауа торошо һаҡлана.  6,7 июлдә төндә +21, көндөҙ +26 градус йылы була.  Ел төньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ- көнсығыштан талғын.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: