Бөтә яңылыҡтар

Коллегабыҙ Алһыу Әһлиуллинаны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Алһыу Миңлейәр ҡыҙы Ишембай районының Маҡар ауылында тыуып үҫкән

Коллегабыҙ Алһыу Әһлиуллинаны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Коллегабыҙ Алһыу Әһлиуллинаны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Бөгөн "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Алһыу Әһлиуллина тыуған көнөн билдәләй! Алһыу Миңлейәр ҡыҙы йәмле Ишембай районының Маҡар ауылында тыуып үҫкән.

Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер – Өфө фән һәм технологиялар университеты) журналистика факультетын тамамлағас та, Алһыу Әһлиуллинаны "Башҡортостан" республика гәзитенә эшкә саҡыралар. Бер һүҙ менән әйткәндә, ғүмере буйы матбуғат тармағында тир түгә. Бах мөхәррир урынбаҫары кеүек яуаплы эшенән тыш, гәзиттә үткер мәҡәләләре менән йыш сығыш яһай, шул уҡ ваҡытта баҫманың тиражын арттырыуға ла тос өлөш индерә. Ысынлап та, "Башҡортостан"да уҡымлы мәҡәләләр баҫтырыу булһынмы, гәзиттең сайтына көн ҡаҙағына һуҡҡан мәғлүмәттәр биреү тиһеңме, ошо эштәрҙең барыһы ла бик яуаплы ҡарай ул.

Алһыу Миңлейәр ҡыҙын күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, тыныс тормош һәм ҡоростай һаулыҡ теләйбеҙ!

Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!

Иң изге теләктәр менән, "Башҡортостан" гәзите.

Фото: Алһыу Әһлиуллина.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: