Бөтә яңылыҡтар

Киләһе аҙнала ниндәй һауа торошо көтә?

Барыһы ла яҡшы булыр. Ямғырҙан һуң ҡояш сығыр

Киләһе аҙнала ниндәй һауа торошо көтә?
Киләһе аҙнала ниндәй һауа торошо көтә?

Синоптиктар фаразлауынса, Башҡортостанда дүшәмбе, 15 июль, йәшенле ямғыр яуа. Төндә һауа температураһы +17...+20 градус, көндөҙ +26 градусҡаса етә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын.

Шишәмбе, 16 июль, шундай уҡ һауа торошо һаҡлана.

Шаршамбы, 17 июль, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ һауа торошо күҙаллана. Төндә +21, көндөҙ +26 градусҡа тиклем эҫетә. Ел көнсығыштан талғын.

Кесаҙна, 18 июль, тағы ямғыр көтөлә.Тәүлек әйләнәһенә һауа температураһы +17-нән +25 градус тирәһендә тирбәлә.Ел көнсығыштан талғын.

Йома, 19 июль, республика буйынса бер аҙ ямғырҙар яуып үтә. Төндә +17...+20, көндөҙ +26 градус.

Киләһе ялдарҙа – шәмбе һәм йәкшәмбе (20-21 июль) - тағы ямғыр вәғәҙәләй синоптиктар. Төндә +16...+20 градус, көндөҙ +26 градус йылы. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.

Ләйсән Үтәғолова фотоһы.

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: